10:02 (UTC+5), 15 Май 2013

Баш ҡалала «ауыл» зоопаркы асылды

Розалия Вәлиева
«Башҡортостан» сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында ғәҙәти булмаған зоопарк асылды. Унда 30-ҙан ашыу хайуанды күрергә була. Улар араһында кәзә, һарыҡ, сусҡа бәрәстәре, себештәр, декоратив тауыҡтар, гөбөргәйелдәр, шулай уҡ ҡуяндар, диңгеҙ сусҡалары, ҡырғауыл, мысыр тауығы һәм хатта страус та бар. Улар барыһы ла Екатеринбургтан килтерелгән.
— Мегаполиста йәшәгән бала тауыҡтың ниндәй икәнен дә белмәй, был - ғәҙәти күренеш, - тине зоопарк етәксеһе Вадим Беляев. – Ауыл фермаһы шарттарында балалар йорт хайуандарын нисек аҫрауҙарын күреп, уларҙы һыйпап, ашатып ҡарай аласаҡ.
Зоопарк ял көндәрһеҙ һәм тәнәфесһеҙ 10.00 – 21.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика