Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2013, 16:44
Өфө «Рәсәй ғаиләһе» социаль конгресында ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай
15 майҙа Өфөлә VI «Рәсәй ғаиләһе: ата-әсә булыу ҡыуанысы, бәхетле бала саҡ, аҡыллы ҡартлыҡ» бөтә Рәсәй социаль конгресы үтә. Форумда Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Улар араһында - «Ныҡлы ғаилә» проектының башҡарма директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Мәғариф академияһының ағза-корреспонденты Артур Реан, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Алеся Аршинова, «Рәсәй – әүҙем оҙон ғүмер» федераль проекты етәксеһе Олеся Романова-Плаксина, «Ғаилә» бөтә Рәсәй хәрәкәте етәксеһе, РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы Анатолий Некрасов.
Пленар ултырыш 10 сәғәттә Конгресс-холда башлана. Төштән һуң фәнни-ғәмәли секциялар үтәсәк.
Конгресты БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы ойоштора.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
социаль яҡлау
конгресс
Читайте нас