06:49 (UTC+5), 13 Мая 2013

Өфөлә III «Гагарин көндәре» республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтәсәк

Эльмира Сабирова
14-16 майҙа Өфөлә III «Гагарин көндәре» республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтә. Йола буйынса, унда ҡатнашыу өсөн республиканың баш ҡалаһына Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы киләсәк.
Фестиваль программаһы сараларға бай булмаҡсы. 14 майҙа Юрий Гагарин бюсына сәскәләр һалыу планлаштырыла. Артабан ҡунаҡтар Өфөнөң 3-сө һәм 103-сө гимназияларына, 60-сы лицейына барасаҡ. Унда мәктәп уҡыусылары араһында Юрий Гагарин Кубогына республика олимпиадаһының ҡала этабында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә. Төштән һуң ватан космонавтикаһы легендалары Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын «Хәрби һауа көстәренә 100 йыл» ордены миҙалы менән наградлаясаҡ.
15 майҙа космонавтар йәнә мәктәп уҡыусылары менән осрашасаҡ: улар 93-сө, 64-се, 86-сы, 39-сы гимназияларға барасаҡ. Шулай уҡ РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына барыу планлаштырыла. Шул уҡ көндө Өфө хакимиәтендә түңәрәк өҫтәл үтәсәк.
Быйылғы фестивалдең үҙенсәлеге шунда: Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты башланғысы менән Өфөгә тәүгә Мәскәүҙән Еңеү байрағы килтереләсәк. 16 майҙа уны баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап йөрөтәсәктәр.
Бынан тыш, 16 майҙа 15 сәғәттә «Башҡортостан» нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһында матбуғат конференцияһы ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика