11:09 (UTC+5), 13 Мая 2013

Баш ҡаланың йәш парламентарийҙары Салауат Юлаев баҡсаһындағы беседкаларҙы төҙөкләндерҙе

Арина Рәхимҡолова
Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында ғәҙәти булмаған өмә үткәрҙе.
Өфөнөң йәш парламентарийҙары һәм Йәштәр палатаһы активистары баҡсалағы беседкаларҙы сүп-сарҙан таҙартты, бынан һуң уларҙы буяны, тип хәбәр иттеләр Йәштәр йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.
Баҡса хакимиәте һәм Өфөнөң Киров районы хакимиәте был идеяны күтәреп алды һәм артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн пландар билдәләне.
— Беседкаларҙы буяу идеяһы Йәштәр йәмәғәт палатаһы үткәргән йыйылыштарҙың береһендә тәҡдим ителде. Был урын осраҡлы ғына һайланманы: тышта яҙ, ҡала йәштәре күп ваҡытын парктарҙа, баҡсаларҙа үткәрә. Йәштәр палатаһы артабан да мәҙәниәт һәм ял урындарын төҙөкләндереүгә иғтибар бүлергә планлаштыра, ҡала халҡын да акцияла ҡатнашырға саҡыра, - тип хәбәр итте өмәне ойоштороусы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Антон Орлов.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика