04:41 (UTC+5), 08 Мая 2013

Республика Президенты: «Быйыл 1300 ветеран һәм уларҙың тол ҡатындары торлаҡ менән тәьмин ителәсәк»

Ғәлиә Нәбиева
— Беҙҙең ветерандар уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Һуңғы өс йыл эсендә 7 меңдән ашыу ветеран һәм уларҙың тол ҡатындары торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Быйыл йәнә 1300 кеше торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, - тине Башҡортостан Президенты, Еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған тантаналы сарала сығыш яһап.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, ветерандарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.
— Яҡын арала Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең яңы дауалау корпусын төҙөү планлаштырыла, - тип һөйләне Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, еңеү яулаған кешеләрҙең проблемалары һәр ваҡыт һөҙөмтәле һәм ваҡытында хәл ителһен өсөн, республика етәкселеге артабан да тырышып эшләйәсәк.
— Был эштә Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Ойошмаға былтыр 25 йыл тулды. Беҙ артабан да ветерандар ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡбыҙ, уларҙың эшмәкәрлегенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, - тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика