10:10 (UTC+5), 08 Мая 2013

Өфө ветерандары Башҡортостан баш ҡалаһының юғары наградаларына лайыҡ булды

Арина Рәхимҡолова
Бөйөк Еңеү көнө алдынан Өфөлә йәшәгән 39 ветеран ҡаланың юғары наградаһына – Өфөнөң Почет грамотаһына һәм «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһенә лайыҡ булды. Йола буйынса, наградлау тантанаһын ҡала Советы депутаттары үткәрҙе. Былтыр ветерандар Республика Хәрби Дан музейында тәбрикләнгәйне, быйыл уларҙы өйҙәренә барып ҡотларға ҡарар ителде, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.
— Минеңсә, был дөрөҫ ҡарар, - тип иҫәпләй ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко. – Ветерандарҙың күпселе ныҡ ҡартайған, шуға күрә депутаттар корпусы һәр береһен өйөнә барып ҡотлауҙы үҙенең бурысы тип һананы. Ә теләктәре булған ветерандар депутаттар менән осрашыуға килә ала.
Ҡала Советы рәйесе шәхсән үҙе был көндө дүрт ветеранға барҙы. Уларҙың һәр береһенә финанс ярҙам күрһәтелде. Әммә ололар өсөн иң мөһиме - бүләктәр түгел, ә уларға күрһәтелгән иғтибар һәм хәстәлек.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика