12:11 (UTC+5), 07 Мая 2013

Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Бөйөк Еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы ҡотланы

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен Еңеү байрамы менән ҡотланы. Өфөнөң Конгресс-холында иҫтәлекле датаға арналған тантаналы сара үтте.
— Еңеү көнөн ҡаршылап, һуғышта ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын иҫкә алабыҙ,- тине республика етәксеһе. – Быйыл Рәсәй Сталинград һуғышының 70 йыллығын билдәләй. Ул яуҙа Башҡортостанда булдырылған бер нисә берләшмә һәм часть һуғышҡан. Сталинград янында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары составындағы алты меңдән ашыу яугир һәм командир ордендар һәм миҙалдар менән наградланған.
Башҡортостан Президенты Ленинград янында, Курск дуғаһында, Днепрҙа, Украинала, Белоруссияла, Балтик буйында, Европа илдәрен азат иткәндәге яуҙарҙа беҙҙең яҡташтар күрһәткән үлемһеҙ батырлыҡтарҙы хәтергә төшөрҙө. Беҙҙең республиканан унар меңләгән һалдат һәм офицер орден һәм миҙалдар менән наградланған.
Бөгөн Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 6 274 кеше, 58 меңгә яҡын тыл хеҙмәтсәне, һуғышта ҡатнашыусыларҙың 27 меңдән ашыу тол ҡатыны йәшәй. Иҫән ветерандар араһында - 37 Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм 9 Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Йылдан-йыл ветерандар сафы һирәгәйә. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 280 яҡташыбыҙ араһынан һуңғылары - Александр Степанович Пикунов һәм Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов былтыр беҙҙең аранан китеп барҙы.
Фронтҡа ебәрелгән 700 мең яҡташыбыҙҙың 322 меңдән ашыуы һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Барлыҡ батырҙарҙың исемдәре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланып ҡаласаҡ. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар уларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика