07:32 (UTC+5), 07 Мая 2013

Борис Мелкоедов республиканың бөтә элемтә тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен Радио көнө менән ҡотланы

"Башинформ"
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов радио хеҙмәткәрҙәрен, элемтәселәрҙе һөнәри байрамдары – Радио көнө менән ҡотланы.
— 1895 йылдың 7 майында тәүге радиобәйләнеш сеансы булдырылған. Тотош донъябыҙҙы үҙгәрткән был асыш тормошобоҙҙоң айырып алғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Бөгөн мәғлүмәттең йәнләнеп китеүе бихисап ғалимдар, инженерҙар, техниктар быуыны хеҙмәте һөҙөмтәһе булып тора. Радио көнөн телевидение, радио, почта хеҙмәткәрҙәре, элемтәселәр байрамы тип атарға була. Тормошобоҙҙо заманса коммуникацион технологияларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Элемтә беҙгә, донъяның ниндәй генә нөктәһендә булмайыҡ, ғаилә, дуҫтар, хеҙмәттәштәр менән аралашыу шатлығын бүләк итә. «Бәйләнештә булыу» - тимәк, киләсәккә ынтылыу. Һеҙҙең профессионализмығыҙ, эшкә яуаплы ҡарашығыҙ арҡаһында беҙҙең журналистика һәм элемтә Рәсәйҙең мәғлүмәт киңлегендә республика исеменән уңышлы сығыш яһай, - тиелә ведомство башлығының ҡотлау хатында.
Борис Мелкоедов тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә «ныҡлы һаулыҡ, именлек, илһам, ижади уңыштар һәм яңы еңеүҙәр» теләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика