05:22 (UTC+5), 06 Мая 2013

Республика Президенты Мәсәғүт ауылында район дауаханаһының дауалау корпусы төҙөлөшө менән танышты

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында Дыуан үҙәк район дауаханаһының Мәсәғүт ауылында төҙөлөп ятҡан дауалау корпусын ҡараны.
Корпус 120 урынға иҫәпләнгән, дөйөм майҙаны - 17300 квадрат метр. Обектты 2013 йылдың июнендә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Дауалау корпусында өс блок – хирургия, дауалау бүлектәре һәм перинаталь үҙәк эшләйәсәк. Һуңғыһында 10 майҙа ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ.
Яңы корпус «Башкиргражданпроект» институтының 1991 йылда әҙерләнгән проекты буйынса төҙөлә. Эштәр бында 15 йыл элек башланған, ул ваҡытта учреждениеның ике ҡаты төҙөлгән. 2012 йылда төҙөлөш эштәре ҡайтанан тергеҙелгән. Дөйөм хаҡы 665 миллион һум тәшкил итә, төҙөлөш республика бюджеты средстволары иҫәбенә алып барыла.
Төҙөлөп ятҡан корпус комплексы үҙенә күрә муниципаль-ара медицина үҙәге буласаҡ. Бында табитар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан биш райондан пациенттарҙы ҡабул итәсәк.
Рөстәм Хәмитов буласаҡ палаталарҙы, операция залын, яңы тыуған сабыйҙар өсөн реанимация бүлеген ҡарап сыҡты.
Мәсәғүт Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә «Земство табибы» программаһы буйынса 28 табип ҡабул ителгән, әлегә улар башҡа бүлектәрҙә эшләй. Үткән йылда табиптар өсөн 30 фатирлы йорт тапшырылған, йәш белгестәр өсөн тағы ла бер шундай йорт төҙөү планлаштырыла.
Валерий Трофимов медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн йорт төҙөүгә сиратһыҙ ер участкалары бүлеү һәм йәш белгестәргә 50 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләрен ҡуҙғатты. Рөстәм Хәмитов Дыуан районы хакимиәте башлығы Олег Могильниковҡа ҡушып финанслау шарттарында яңы эш башлаған йәш белгестәргә финанс ярҙамы күрһәтеү механизмын әҙерләргә ҡушты.
— Был мәсьәләне тәү сиратта урындағы властар хәл итергә тейеш, - тип билдәләне республика Президенты. – Түләүҙәр өсөн средстволарҙың бер өлөшөн урындағы бюджеттан йәлеп итергә тейешһегеҙ, шунан һуң ғына республикаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ер участкаларына килгәндә, Рөстәм Хәмитов был мәсьәләнең ентекле тикшереләсәген билдәләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика