07:02 (UTC+5), 06 Мая 2013

Башҡортостан Президенты: «500 ферма» программаһын финанслау дауам итәсәк»

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап эш сәфәре барышында Балаҡатай районы предприятиеларында булды.
Атап әйткәндә, райондың Ямаш ауылында Рөстәм Хәмитов «Урал» ауыл хужалығы производство кооперативының етештереү базаһында булды. Предприятие продукцияһы торлаҡ йорттар, шулай уҡ малсылыҡ фермалары төҙөлөшөндә ҡулланыла. Етештереү ҡеүәте – сменаһына 1,5 мең блок. Республика Президенты предприятие эргәһендә төҙөлөп ятҡан дөйөм ятаҡ миҫалында бындай блоктарҙан йорт төҙөү технологияһы менән танышты. Белгестәр әйтеүенсә, бындай йорттарҙың квадрат метры 15 мең һум тора.
Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов «Урал» ауыл хужалығы производство кооперативы һәм Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы баҫыуҙарында сәсеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Сәсеү эштәре бында әүҙем алып барыла. Быйыл Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы 5,8 миллион һумға туғыҙ берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидия биреү программаһы сиктәрендә бюджеттан 2,4 миллион һум бүленәсәк.
Башҡортостан Президенты эш сәфәре барышында шулай уҡ урындағы теплицала булды. Бында көн һайын 130 килограмм ҡыяр йыйып алалар, алдағы көндәрҙә помидорҙар ҙа өлгөрөп етәсәк. Оранжереяларҙа һауа температураһы йыл әйләнәһенә 25 градус кимәлендә һаҡлана.
Иҫке Балаҡатай ауылында республика Президенты «Лидер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «500 ферма» программаһы буйынса яңыртылған малсылыҡ комплексын ҡараны. Яңыртыу эштәренә 15 миллион һум аҡса тотонолған. «500 ферма» программаһы буйынса 4,3 миллион һум кире ҡайтарып биреләсәк. Быйыл йәнә шундай уҡ малсылыҡ комплексын яңыртыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта бында 55 кеше эшләй. Президент билдәләүенсә, бындай хужалыҡтарға артабан да ярҙам күрһәтеләсәк. Атап әйткәндә, «500 ферма» программаһы буйынса финанслау дауам итәсәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика