06:39 (UTC+5), 30 Апреля 2013

Толбазы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр «Китаптар - балаларға» акцияһында ҡатнашыусыларҙан бүләктәр алды

Ғәлиә Нәбиева
29 апрелдә Толбазы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр Башҡортостандың берҙәм рәсәйлеләре менән ойошторолған яңы проект сиктәрендә тәүге китаптар алды. 350 һүрәтле баҫма хәҙер учреждение китапханаһын тулыландырасаҡ. Проектта ҡатнашыусылар Ауырғазы районына йәмғеһе 1600 китап алып килде, ҡалғандары мәктәптәр буйлап таратыласаҡ.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов балаларға китаптар тапшырып, проект тураһында һөйләне. Республикала ул 10 апрелдә старт алды. Бындай идея менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сығыш яһаны. Проект сиктәрендә балалар йорттарында, интернаттарҙа, ауыл мәктәптәрендә һәм дауаханаларҙа урынлашҡан китапханалар фондын тулыландырыу планлаштырыла.
«Китаптар - балаларға» проектының киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса белгесе Людмила Цируль хәбәр итеүенсә, партияның ҡала һәм райондарҙа урынлашҡан бүлексәләрендә китаптар ҡабул итеү буйынса 25 пункт булдырылған. Акцияға республиканың алты ҡалаһы ҡушылған.
Идеяны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та күтәреп алды. Ул барлыҡ республика халҡын проектта ҡатнашырға саҡырҙы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика