Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2013, 13:31

Республикала туристик миҙгел асыла

1 майҙа Йылайыр районының Юлдыбай ауылында 2013 йылдың яҙғы-йәйге туристик миҙгелен асыу тантанаһы үтә.
Сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һыу туризмы менән мауығыусылар ҡатнашасаҡ. Туристарға экологик яҡтан таҙа продукттар, шулай уҡ төрлө милли ризыҡтар тәҡдим ителәсәк.
Йылайыр районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 һәм 2012 йылдарҙа республиканың төрлө ҡалаларынан, шулай уҡ Екатеринбург, Пермь, Ырымбур, Силәбе һәм илдең башҡа ҡалаларынан туристар Һаҡмар йылғаһы буйлап һалда ағып төштө. Районда туризм ойоштороу ниәте уңышлы тормошҡа ашырыла, тип хҙер ышаныслы әйтергә була. Туризм миҙгелен асыу район һәм республика тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде.
Автор: Алик Шакиров
Теги: туризм
Читайте нас