Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2013, 18:19
Мәләүез районы «Йәшел мәктәп» экологик акцияһына ҡушылды
30 апрелдә Мәләүез районының барлыҡ мәғариф учреждениеларында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә экологик акциялар үткәрелде. «Йәшел мәктәп» экологик проектты ойоштороусылар булып Башҡорт дәүләт педагогия университеты сығыш яһай.
Төп экологик сара 6-сы лицейҙа үтте, ағас ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы Малик Вәхитов, уның урынбаҫарҙары, уҡытыусылар һәм лицейҙы тамамлаусылар ҡатнашты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Юлиә Мырҙабулатова.
Өмәлә ҡатнашыусылар «Лицейҙы тамамлаусыларҙың иҫтәлекле аллеяһы»нда 21 ағас ултыртты. Ә тотош Мәләүез районында акция сиктәрендә 1400 үҫенте ултыртылды.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
экология
акциялар
Читайте нас