Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2013, 12:12

Башҡортостанда болотло һауа торошо һаҡлана

БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республикала ямғыр яуыуы, Күмертауҙа, Белоретта көслө ямғыр яуыуы күҙәтелде. Урал аръяғында секундына 24 метр тиҙлектәге ел иҫте. Һауа температураһы көндөҙ төньяҡ төбәктәрҙә – плюс 7-12 градус, көньяҡ төбәктәрҙә плюс 18-24 градус тәшкил итте.
30 апрелдә аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә – минус 1 - плюс 4, көндөҙ плюс 10-15 градус була.
Автор: Әлим Фәйезов
Читайте нас