Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2013, 15:08
Башҡортостан «Таҙа республика өсөн!» акцияһына ҡушылды
Башҡортостанда «Таҙа республика өсөн!» экологик акцияһы үтте. Был көндө ҡала һәм район халҡы экологик өмәләр үткәрҙе һәм территорияларҙы, парктарҙы, скверҙарҙы, юлдарҙы, урмандарҙы таҙартыуҙа, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыуҙа ҡатнашты.
Дөйөм республика өмәһенә Өфө лә әүҙем ҡушылды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡала халҡы урамдарҙы һәм ихаталарҙы, тротуарҙарҙы һәм газондарҙы сүп-сарҙан таҙартты. Акцияла уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар, табиптар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Башҡортостан баш ҡалаһында экологик өмәлә 53 мең кеше ҡатнашты¸814 берәмек техника файҙаланылды. Өфөнө йәшелләндереүгә айырыуса иғтибар бүленде - 2,5 меңдән ашыу ағас һәм 1,6 мең ҡыуаҡ ултыртылды.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
муниципалитеттар
акциялар
Читайте нас