Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2013, 17:21
Республикала экологик акция үтәсәк
27 апрелдә Башҡортостанда «Таҙа республика өсөн!» экологик акцияһы үтә. Был көндө республика халҡы территорияларҙы, парктарҙы, юлдарҙы төҙөкләндереү, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса экологик өмәләргә сығасаҡ.
— Хеҙмәт коллективтарын, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе, йәмәғәт ойошмаларын һәм урындағы халыҡты акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ, - тине БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Муниципалитеттарға акцияла ҡатнашыусыларҙы махсус техника һәм инвентарь менән тәьмин итеү, шулай уҡ сүп-сарҙы сығарып түгеүҙе ойоштороу үтенесе менән хаттар ебәрелде.
Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн йәшәү урыны буйынса ҡала һәм район хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
экология
акциялар
Читайте нас