Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2013, 12:51
Төбәктең берҙән-бер экомобиле Белоретта 1400 терегөмөшлө лампа йыйҙы
Башҡортостандың берҙән-бер терегөмөшлө лампалар йыйыу буйынса күсмә пункты – «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы экомобиле Белоретта үткән тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә 1400 терегөмөшлө лампа йыйҙы.
— Халыҡтан, предприятие һәм ойошмаларҙан ҡабул ителгән барлыҡ лампалар Стәрлетамаҡтың хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса махсус участкаһына ебәрелде, - тип хәбәр итте БР «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәре Альбина Шәмсетдинова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, терегөмөшлө изделиеларҙы бушлай ҡабул итеү буйынса тәбиғәтте һаҡлау акцияһы, тәү сиратта, халыҡты хәүефле ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итергә һәм быға яуаплы ҡарарға өйрәтеү маҡсатында үткәрелә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
экология
акциялар
Читайте нас