05:48 (UTC+5), 25 Апреля 2013

Башҡортостан фермерҙары бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла

Сергей Захаров
«Мин - граждан» порталы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл хужалығы ойошмалары араһында «Мин — фермер» бөтә Рәсәй конкурсы тураһында иғлан итте. Бәйге 2013 йылдың 15 сентябренә тиклем үтәсәк.
Йәштәр араһында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу сараның төп маҡсаты булып тора.
Ижади бәйгелә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, ауыл хужалығы өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар, агросәнәғәт комплексы ойошмалары һәм предприятиелары ҡатнаша ала.
Эштәр өс номинацияла ҡабул ителә. «Уңышҡа өлгәшеү тарихы» номинацияһында очерк, эссе, мәҡәлә формаһында материалдар ҡабул ителә. Артабан фермер хужалыҡтарының уңышҡа өлгәшеү тарихтары айырым китап булып баҫылып сығасаҡ.
«Хужалыҡта иң ҙуры» номинацияһында үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәһендә иң ҙур продукцияларҙың фоторәссамдары ҡабул ителә. «Эш көндәре» номинацияһына фермерҙар тормошон сағылдырған ҡыҙыҡлы видеояҙмаларҙы тәҡдим итергә мөмкин.
Конкурста ҡатнашыу өсөн «Мин - граждан» порталының «Мин — фермер» бүлегендә теркәлеү шарт. Шунда уҡ конкурс эштәре урынлаштырыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика