05:02 (UTC+5), 25 Апреля 2013

2020 йылға тиклем төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә 650 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк

Эльмира Сабирова
«2013-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыуға 650 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте.
Дәүләт программаһының төп йүнәлештәре араһында министр ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, махсус медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу, дауалауҙың инновацион алымдарын үҫтереү мәсьәләләрен атаны.
— Республикала беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү сиктәрендә медицина өлкәһендә йәнә 26 бүлек һәм 226 кабинет асыу планлаштырыла, - тине ведомство башлығы.
Шулай уҡ, министр һүҙҙәренсә, балалар һәм үҫмерҙәр араһында алкоголь, тәмәке һәм наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм кәметеү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеккә спорт һәм йәштәр сәйәсәте, мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары ҡарамағында булған учреждениелар йәлеп ителәсәк.
Бынан тыш, ашығыс медицина ярҙамы бригадаларының һанын федераль нормативтарға ярашлы ишәйтеү планлаштырыла (10 мең кешегә бер бригада). Диспансерлаштырыуға килгәндә, министр йыл һайын 21 йәштән олораҡ булған 750 мең кешегә медицина тикшереүе үткәреләсәге хаҡында әйтте.
2020 йылға тиклем медицина ярҙамы күрһәтеү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында 20 амбулатория, табиптар өсөн 50 офис, 500 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 67 дауахана төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла. Әсәләргә һәм сабыйҙарға махсус медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу өсөн Программа сиктәрендә балалыҡ һәм бала табырға ярҙам итеү буйынса 28 учреждение төҙөләсәк.
Кадрҙар тураһында һүҙ йөрөтөп, Георгий Шебаев, «Земство табибы» проекты сиктәрендә ауылдарға 610 белгестең ҡайтыуын билдәләне. Быйыл ауыл ерендә урынашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына йәнә 300 табип йүнәлтеләсәк. Әммә, министр һүҙҙәренсә, квалификациялы белгестәр етешмәү мәсьәләһе әле булһа көнүҙәк булып ҡала.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика