Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2013, 11:20

Валентина Матвиенко: «ӨДАТУ Милли инновация университеты статусына дәғүә итә ала» [ВИДЕО]

Өфө дәүләт авиация университеты Милли инновация университеты статусына дәғүә итә ала. Был хаҡта юғары уҡыу йортоноң уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашыу барышында РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко хәбәр итте. Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов булды.
— Һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыу буйынса күп эштәр башҡарылыуы, лабораториялар, яңы уҡытыу-ғилми комплекстар булдырылыуы хаҡында беләм, йәғни университет әүҙем үҫешә, - тине Валентина Матвиенко.
Рөстәм Хәмитов Федерация Советы спикерына Өфөнөң юғары уҡыу йорттарына милли тикшеренеү университеттары статусын алыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Валентина Матвиенко һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәгенә ышандырҙы.
— Һуңғы ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм ил етәкселеге тарафынан мәғарифты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәғариф бөгөн Рәсәйҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Валентина Матвиенко. – Һуңғы йылдарҙа мәғариф, фән өлкәләрен финанслау күләмдәре ярайһы уҡ артырылды, «Мәғариф тураһында»ғы яңы закон ҡабул ителде, стипендия күләмдәре арттырыла, йәш ғалимдар өсөн гранттар булдырыла. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың эш хаҡы түбән булыуын аңлайбыҙ. Владимир Путин Президент булып һайланғандан һуң үҙенең тәүге указдарында билдәләүенсә, 2018 йылға уҡытыусыларҙың, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы төбәк буйынса уртаса кимәлдән ике тапҡырға юғарыраҡ булырға тейеш.
Валентина Матвиенко иҫәпләүенсә, Мәғариф системаһы производство, бизнес менән бергә үҫешергә тейеш.
— Мәғариф системаһы яңы талаптарға яуап бирергә тейеш. Кадрҙар әҙерләүҙә производство һәм бизнестың булышлыҡ итеүе мөһим, - тигән фекерен белдерҙе Федерация Советы спикеры.
Юғары уҡыу йортонан һуң эшкә урынлашыу мәсьәләһе тураһында һүҙ йөрөтөп, Валентина Матвиенко, был мәсьәләне хәл итеүҙе уҡыу йорто үҙ өҫтөнә алырға тейеш, тип билдәләне. ӨДАТУ студенттарының Федерация Советында стажировка үтеү мәсьәләһенә килгәндә, спикер ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
— Әлегә был йүнәлештә тик Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттары менән эшләйбеҙ. Әгәр ҙә Өфө университетының бындай теләге бар икән, һеҙҙең студенттарҙы ла ҡабул итергә әҙербеҙ, - тине Валентина Матвиенко.
2015 йылда республикала үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары тураһында һүҙ йөрөтөп, Федерация Советы спикеры Башҡортостан өсөн бындай халыҡ-ара форумдарҙы ҡабул итеү ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ булыуын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов, 2015 йылға республикала бөтә йүнәлештәр буйынса яҡшы инфраструктура булдырыласаҡ, тип хәбәр итте. Президент Өфөлә Халыҡ-ара парламентарийҙар форумын үткәрергә тәҡдим итте. Валентина Матвиенко тәҡдим өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уның менән мотлаҡ файҙаланырға һүҙ бирҙе.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: