11:48 (UTC+5), 19 Апреля 2013

Республика Президенты: «Айыҡ ауыл» - әүҙем кешеләрҙең мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеү миҫалы»

Ғәлиә Нәбиева
— «Айыҡ ауыл» республика конкурсында 41 райондан йөҙгә яҡын ауыл ҡатнашыуы, улар араһында башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, мари ауылдарының булыуы ҙур ҡыуаныс, - тине Башҡортостан Президенты, Урындағы үҙидара көнөнә ҡарата ойошторолған сарала сығыш яһап. – Еңеүселәр – Салауат районының Көҫәпәй ауылы, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылы 200-шәр мең һум аҡса алды.
Рөстәм Хәмитов урындарҙа реаль үҙидара ойоштороуҙоң әһәмиәтен билдәләне.
— Ошо һәм башҡа ауылдарҙа йәмәғәтселек эш башлағас, магазин кәштәләренән спиртлы эсемлектәр алынды, енәйәтселек кәмене, мәҙәни тормош йәнләнде, демографик хәл яҡшырҙы. Был - әүҙем кешеләрҙең үҙ проблемаларын үҙҙәре һөҙөмтәле хәл итеү миҫалы.
Республика етәксеһе һөйләүенсә, Башҡортостан территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү йүнәлешендә, шул иҫәптән әле әҙерләнеп ятҡан Республика комплекслы программаһы сиктәрендә артабан да ныҡышмалы эшләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика