10:27 (UTC+5), 19 Апреля 2013

Рөстәм Хәмитов муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы [ВИДЕО]

Ғәлиә Нәбиева
Быйыл, 21 апрелдә, Рәсәйҙә тәүгә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Байрам алдынан Өфөлә республика муниципаль хеҙмәтенең иң яҡшы вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Бөгөн беҙ власты децентрализациялау сәйәсәтен алып барабыҙ. Ҡарарҙар ҡабул итеү, йәшәү сифаты өсөн яуап биреү үҙәге урындағы кимәлгә күсә. Һәм был мөһим процеста урындағы үҙидараға ҙур әһәмиәт бирелә. Ул халыҡ власы принциптарын нығытыуға булышлыҡ иткән төп институтҡа әүерелергә тейеш, - тип мөрәжәғәт итте республика муниципалитеттары вәкилдәренә Башҡортостан Президенты.
Шул уҡ ваҡытта төбәк башлығы үҙгәрештәр индереүҙең еңел процесс булмауын билдәләне.
— Власть – ул аҡса һәм начальник креслоһы ғына түгел. Тәү сиратта, ул яуаплылыҡ та. Иң мөһиме – халыҡ алдына яуаплылыҡ тойоу, - тине Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, властың бурысы – граждандарға был тормошта үҙҙәрен табырға ярҙам итеү, әүҙемдәргә ҡамасауламау, көсһөҙҙәргә ярҙам күрһәтеү.
Башҡортостан Президенты Урындағы үҙидара көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихын иҫкә төшөрҙө. 1785 йылдың был көнөндә Екатерина II тарафынан «Ҡалаларға хоҡуҡ грамотаһы» раҫланған. Әлеге Грамота Рәсәйҙә урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәткә нигеҙ һалған да инде.
Президент билдәләүенсә, урындағы үҙидара халыҡҡа иң яҡын торған власть кимәле генә түгел, ә халыҡ власының үҙе булырға тейеш. Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә реаль вәкәләттәргә һәм ресурстарға эйә булырға тейеш.
Әлегә урындағы үҙидараның барлыҡ мөмкинлектәренән файҙаланабыҙ, иҡтисадты үҫтереү, муниципалитеттарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу алымдарын тулыһынса ҡулланабыҙ, тип әйтә алмайбыҙ, тине төбәк башлығы. Уның һүҙҙәренсә, бында бергәләп эш алып барырға кәрәк.
Бөгөнгө көндә республиканың урындағы үҙидара органдарында һигеҙ меңдән ашыу муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Депутаттар корпусында туғыҙ меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Тиҫтәләгән мең кеше муниципаль учреждение һәм предприятиеларҙа эшләй.
Башҡортостан Президенты уңышлы эшләгән бер нисә етәксенең исемен атаны. Улар иҫәбендә – Мәүҙиғә Баймөхәмәтова, Рәйсә Сатаева, Светлана Чугунова, Айрат Сәфиуллин, Рәмзиә Вәлиева, Наил Хәлиуллин. Иң яҡшы урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәренә Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика