07:08 (UTC+5), 17 Апреля 2013

БЮТ телеканалы фильмы Лас-Вегаста абруйлы наградаға лайыҡ булды

Эльмира Сабирова
Режиссер Гөлназ Ғәлимуллинаның «Күл янындағы йорт» («Дом у озера») документаль фильмы Нью-Йорк фестивалендә еңеү яулаған биш проект иҫәбенә инде. Наградлау тантанаһы көн элгәре Лас-Вегаста үтте.
Фильм Боден күле өҫтөндә 2002 йылдың июлендә булған фажиғәле ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Ул Башҡортостанда һәм Германияла төшөрөлгән.
Телеканалдың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа АҠШ, Ҡытай, Австралия, Бразилия, Франциянан - йәмғеһе 50 илдән 10 меңдән ашыу эш ебәрелгән. Шулай уҡ бәйгелә Рәсәй телеканалдары – НТВ һәм Russia Today журналистары ҡатнашҡан.
Халыҡ-ара фестиваль жюрийы фекеренсә, Башҡортостан режиссерының эше - көслө, эмоциональ һәм юғары профессиональ кимәлдә башҡарылған.
Шуны ла билдәләп үтәйек, Нью-Йорк фестивале – радио, телевидение һәм реклама өлкәһендәге тәүге халыҡ-ара конкурстарҙың береһе. Ул 1957 йылдан алып үткәрелә.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика