10:42 (UTC+5), 16 Апрель 2013

Башҡорт Википедияһы һигеҙ йыллығын билдәләй

Әлим Фәйезов
2005 йылдың 16 апрелендә виртуаль энциклопедияла билдәһеҙ автор башҡорт телендә «Башҡортостан» исемле тәүге мәҡәлә яҙып ҡалдырған. Хәҙер был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Һигеҙ йыл дауамында ул үҙенең булмышын иҫбатланы һәм артабан үҫеүен дауам итә. Әлеге ваҡытта Википедияның башҡорт бүлегендә 30 меңдән ашыу мәҡәлә иҫәпләнә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев. Теркәлгән ҡатнашыусылар һаны һигеҙ меңгә етте, ай һайын 65-тән ашыу ирекмән булған мәҡәләләрҙе тулыландырып, яңыларын яҙып тора. Аҡһаҡал Саған мәғлүмәттәрҙе айырым темалар буйынса порталдарға туплай. Ҙур тәжрибәһе булған ҡулланыусы Assele математика темаһына яҙылған мәҡәләләрҙе тәржемә итә. Ирекмәндәр эшмкәрлегенә яңы ҡушылған YANBEK 8 апрелдә «Салауат Юлаев хоккей клубы» исемле күләмле мәҡәлә яҙҙы. Ayratayrat исемле ҡатнашыусы Рәсәйҙең ҙур предприятиелары тураһында мәҡәләләр әҙерләй, Марат88 һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан ауылдарына арналған мәҡәләләрҙе тулыландыра. Ирекмәндәр шулай уҡ башҡорт телендә Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә проекттарын әҙерләй башланы. Гүзәл Ситдыҡова Викикитапханала Ҡөръән сүрәләренең башҡорт телендәге тәфсирҙәрен урынлаштыра, Гүзәл Кәрим Викиөҙөмтәлә «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» бүлеген тулыландыра һәм Викикитапханала балалар өсөн әҫәрҙәр урынлаштыра. Башҡорт Википедияһында ҡатнашыусылар исемлеген артабан да дауам итергә мөмкин.
— Википедияның башҡорт бүлеген төҙөүҙә ирекмәндәр ниндәйҙер маҡтау йәки башҡа төрлө файҙа эҙләп түгел, ә йөрәк ҡушыу буйынса ҡатнаша. Башҡорт Википедияһының тыуған көнөндә барлыҡ ирекмәндәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм артабанғы ижади уңыштар теләйем, - тип мөрәжәғәт итте хеҙмәттәштәренә Рөстәм Нурыев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика