08:38 (UTC+5), 12 Апреля 2013

Үрге Ләмәҙ ауылында яңы күпер төҙөләсәк

Розалия Вәлиева
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында республика Президентына Үрге Ләмәҙ ауылы кешеһе мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, ауылда бер-нисә йыл элек йылғала һыу ташыу сәбәпле күпер емерелгән. Ауыл халҡының район үҙәге һәм башҡа ауылдар менән бәйләнеше өҙөлгән. Урындағы халыҡ иҫке күперҙе тергеҙеүен тергеҙгән, әммә унан хәрәкәт итеү бик хәүефле. Республика Президентынан, Үрге Ләмәҙ ауылында яңы күпер төҙөләсәкме, тип һоранылар.
— Халыҡты оло ер менән бәйләнешһеҙ ҡалдырырға ярамай. Ундай өҙөклөктәр булған ерҙә күперҙәр төҙөргә кәрәк, - тип яуапланы Рөстәм Хәмитов. – Йылға киңлеге мөмкинлек бирһә, аҫылмалы күпер төҙөргә була. Бындай конструкциялар тиҙ эшләнә һәм ҡиммәт түгел. Күперһеҙ йәшәп булмай, тейешле күрһәтмәләр бирәсәкмен, - тине Башҡортостан Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика