Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2013, 14:08
Балалар баҡсалары төҙөү мәсьәләһен дәүләт үҙе генә хәл итә алмаясаҡ
— 2012 йылда Башҡортостанда 59 мең сабый тыуған, - тине республика Президенты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында. – 1991 йылдан алып был иң яҡшы күрһәткес. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ағымдағы йыл күрһәткестәре лә шулай уҡ яҡшы. Әлбиттә, балалар баҡсалары төҙөлөшөн дауам итәсәкбеҙ, әммә дәүләт үҙе генә был мәсьәләне хәл итә алмаясаҡ, инвесторҙар йәлеп итеү зарур. Шәхси балалар баҡсалары, көндөҙгө төркөмдәр асырға кәрәк, мәктәптәрҙә буш торған бүлмәләрҙе файҙаланырға мөмкин. Был мәсьәләне хәл итеү шулай уҡ урындағы идарасыларҙан тора, - тип иҫәпләй төбәк башлығы.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
төҙөлөш
бр президенты
тура эфир
балалар баҡсалары
Читайте нас: