Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2013, 14:21
Республика Хәрби Дан музейында ветерандар йәштәр менән осрашасаҡ
Республика Хәрби Дан музейында ветерандарҙың йәштәр менән осрашыуы үтәсәк. Сара Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арнала. Осрашыу үҫеп килгән быуында ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ, Ватанға, уның тарихына хөрмәт һәм тоғролоҡ тәрбиәләү маҡсатында ойошторола, тип хәбәр иттеләр музейҙан.
Осрашыуға фашист концлагерҙары тотҡондары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Өфө механика-технология колледжы уҡытыусылары һәм студенттары саҡырылған.
Сара 11 апрелдә 14 сәғәттә башлана. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн (347) 260-44-64 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
хәрби-патриотик тәрбиә
Читайте нас: