11:31 (UTC+5), 05 Апреля 2013

Республика Хөкүмәте АНКОР кадрҙар холдингы менән стратегик партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөнө

«Башинформ»
Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, Башҡортостан Хөкүмәте менән АНКОР кадрҙар холдингы (Мәскәү ҡалаһы) араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин һәм АНКОР холдингының директорҙар советы рәйесе Павел Игнатьев ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеүҙә, тәү сиратта, Башҡортостан Республикаһының социаль һәм иҡтисади өләкәләрен кадрҙар менән тәьмин итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу, төбәктә хеҙмәт ресурстары балансын күҙаллау системаһын булдырыу, был өлкәләге хәүефтәрҙе асыҡлау һәм уларҙы кәметеү юлдарын эҙләү тураһында һүҙ бара. Яҡтар бер-нисә йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште. Атап әйткәндә, килешеү республикала дәүләт власы органдарында һәм бөтә төр милек формаһындағы предприятиеларҙа кадрҙар менән идара итеү йәһәтенән иң яҡшы тәжрибәләрҙе йәйелдереүҙе күҙ уңында тота. Яҡтар Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеүгә бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, граждандарҙың һөнәри һәм хеҙмәт мобиллеген үҫтереү, һөҙөмтәле һөнәри йүнәлеш системаһын формалаштырыу, кадрҙар әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү тураһында һөйләшеп килеште.
«XXI быуатта кешеләр, яңы идеялар, креативлыҡ төп ресурстар булып тора, тап улар иҡтисадты алға сығарырға тейеш, - тип билдәләне БР Хөкүмәте вице-премьеры Евгений Маврин. – Әлеге килешеүгә ҡул ҡуйыу төбәктең кадрҙар сәйәсәте өлкәһендә артабан эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса». АНКОР холдингының директорҙар советы рәйесе Павел Игнатьев фекеренсә, килешеүгә ҡул ҡуйыу һәм республика алдында торған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға холдингты йәлеп итеү - мөһим ваҡыға. «Был төбәк иҡтисады үҫешенә булышлыҡ итәсәк бер нисә проектҡа юл асыу тигәнде аңлата. Берлектәге эшмәкәрлек предприятиеларҙың һәм тотош республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереүгә һәм нығытыуға булышлыҡ итәсәк», — тип иҫәпләй Павел Игнатьев.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика