08:06 (UTC+5), 04 Апреля 2013

Башҡортостан Силәбе өлкәһе менән социаль һәм иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлеген нығыта

Арина Рәхимҡолова
Силәбе өлкәһенең Үрге Урал ҡалаһында тәүгә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы делегацияһы менән осрашыу үткәрелде. Сарала БР Учалы районы менән Силәбе өлкәһенең Үрге Урал районы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
Осрашыу Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин ярҙамы менән ойошторолдо. Уның һүҙҙәренсә, килешеүгә ҡул ҡуйыу сауҙа-иҡтисади, мәҙәни, социаль өлкәләрҙә ике райондың үҙ-ара килешеп эш итеүен яңы кимәлгә күтәрәсәк.
— Беҙҙе күп нәмә берләштерә, - тине Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев. – Ике районда урынлашҡан сәнәғәт предприятиелары, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә булған уртаҡ мәсьәләләр беҙҙе берләштергән йүнәлештәр булып тора. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү күп мөмкинлектәр аса.
Башҡортостан вәкилдәре докладтар тыңланы, шулай уҡ ҡаланың тарихи объекттарында булды, уның тарихи үткәне менән танышты.
Үрге Урал вәкилдәре бындай осрашыуҙарҙың ике яҡ өсөн дә үтә мөһим булыуын билдәләне һәм Башҡортостанға яуап визит менән килергә һүҙ бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика