Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2013, 12:18

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына медицина-социаль экспертиза буйынса баш эксперт яуап бирә

Шаршамбы, 3 апрелдә, «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының «БР Медицина-социаль экспертиза баш бюроһы» федераль ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Юрий Томиловтың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Юрий Томиловтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: