05:03 (UTC+5), 01 Апреля 2013

Баш ҡалала Рәсәйҙең халыҡ артисы Ринат Ибраһимов «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Балалар үҫеш үҙәгендә булды

Эльмира Сабирова
Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Ринат Ибраһимов Өфөлә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә булды. Танылған йырсы балалар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, автограф бирҙе.
Үҙәктә тәрбиәләнеүселәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы, ҡунаҡ өсөн улар ҙур булмаған концерт ойошторҙо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге Өфөлә 2011 йылдың сентябрендә «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды башланғысы менән булдырылды. Бөгөнгө көндә был Башҡортостанда инвалид балалар, мәктәп программаһында ҡаралған дәрестәрҙән тыш, өҫтәмә белем алған берҙән бер мәғариф учреждениеһы булып тора.
Хәйриә эшмәкәрлеге тураһында һүҙ йөрөтөп, Ринат Ибраһимов бағыусылыҡтың революцияға тиклемге Рәсәйҙә киң таралған булыуын билдәләне.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рухи үҫеш бөтөрөлөп, сиркәүҙәр һәм ғибәҙәтханалар емерелгәндә, хәйриә эшмәкәрлеге онотолдо. Әммә хәҙер ул ҡайтанан тергеҙелә, - тип билдәләне халыҡ артисы. – Һеҙҙең фондҡа юғары дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелеүе ҡыуаныслы хәл. Бындай үҙәктәр кәрәк. Барлыҡ балалар ҙа тигеҙ шарттарҙа үҫешергә тейеш, шуға күрә был йәһәттән дәүләт менән шәхси бизнестың хеҙмәттәшлек итеүе мөһим.
Ринат Ибраһимов Өфөлә «Мәрхәмәт» фонды менән берлектә хәйриә концерты ойошторорға планлаштыра. Танылған музыканттарҙан тыш, унда балалар ҙа сығыш яһаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика