08:02 (UTC+5), 01 Апреля 2013

1 апрелдән төбәктә хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 10 мең 85 һумға тиклем артасаҡ

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһы күләме 3,3 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте 1 апрелдән пенсия күләмен индексациялау коэффициенттарын раҫланы. Арттырылған түләүҙәр билдәләнгән графикка ярашлы 3 апрелдән башҡарыласаҡ.
Был категория граждандары өсөн пенсия күләме быйыл икенсегә арттырыла. 1 февралдән хеҙмәт пенсиялары 6,6 поцентҡа индексацияланғайны инде.
— Индексациялау һөҙөмтәһендә республикала хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 9800 һумдан 10085-кә тиклем артасаҡ, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасы Фоат Хантимеров. – Социаль пенсияларҙың уртаса күләме республикала 1 апрелдән 6024 һум тәшкил итәсәк.
Пенсия ведомствоһынан аңлатыуҙарынса, ике пенсия алған кешеләрҙең ике түләүе лә артасаҡ. Уларҙың уртаса күләме, пенсия алыусының категорияһына ҡарап, 16800 һумдан алып 25400-гә тиклем тәшкил итәсәк.
1 апрелдән граждандарға айырыуса ҙур ҡаҙаныштары өсөн тәғәйенләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләме 1,81 поцентҡа арта. Шулай уҡ Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Ленин, «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән наградланған граждандарға өҫтәмә түләүҙәр күләме арттырыласаҡ. Бынан тыш, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынған хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына һәм радиацион һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға инвалидлыҡ буйынса пенсия күләме арттырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика