07:41 (UTC+5), 28 Марта 2013

Төбәктә инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға түләүҙәр арттырыла

Ғәлиә Нәбиева
Апрелдә бала саҡтан I төркөм инвалидтарын һәм инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға түләүҙәр арттырыла. Республиканың пенсия ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, түләү күләме 1380 һумдан 6325-кә тиклем арттырыла. Башҡортостанда 6898 ата-әсә йәки опекун арттырылған күләмдә ай һайын түләү алыу хоҡуғына эйә.
Әлеге ваҡытта инвалид бала тәрбиәләгән һәм компенсация алған ата-әсәләргә йәки опекундарға өҫтәмә документтар йыйырға һәм ғариза яҙырға кәрәкмәй.
— Пенсия фондының республика райондары һәм ҡалаларындағы идаралыҡтары компенсацияны үҙҙәре һанап сығарасаҡ. Арттырылған түләүҙәр апрелдән бирелә башлаясаҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙың күләме үткән көн менән, йәғни 2013 йылдың 1 ғинуарынан арттырыласаҡ, - тип аңлатты Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, инвалид бала ата-әсә йәки опекун менән түгел, ә эшкә һәләтле эшләмәгән башҡа кеше менән тәрбиәләнһә, компенсация күләме элеккесә ҡала – 1380 һум. Шулай уҡ I төркөм инвалидтарын һәм 80 йәшкә еткән, йәки дауалау учреждениеһы һығымтаһы буйынса даими тәрбиәгә мохтаж тип танылған ололарҙы ҡараған эшләмәгән гражданадар өсөн компенсация күләме үҙгәрмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика