05:33 (UTC+5), 28 Марта 2013

Республикала «Яҡташтар» проекты аҙағына яҡынлаша

Людмила Терновая
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Яҡташтар» проекты аҙағына яҡынлаша. Йөҙәр мең анкета йыйылған һәм тикшерелгән. Партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Альберт Мифтахов һөйләүенсә, республикала проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостан халҡынан 380 мең анкета йыйып алынған.
— Проект сайтына 150 меңдән ашыу кеше ингән, - тип һөйләне башҡарма комитет етәксеһе. – Был һан арта бара, сөнки кешеләр анкета ебәреүен дауам итә. Шулай итеп, «Яҡташтар» проектының беренсе этабында ярты миллиондан ашыу кеше әүҙемлек күрһәтте. Биш мең ярым фамилия тәҡдим ителде. Барлыҡ райондар проектҡа яуаплы ҡараны. Һәр ауылдың иң яҡшы кешеләре билдәләнде. «Яҡташтар» проектын халыҡ ыңғай ҡабул итте. Шуға күрә ул дауам итәсәк.
Альберт Мифтахов билдәләүенсә, әлеге проект белем биреү һәм тәрбиәүи йүнәлештәге сара булып тора һәм күпселек йәһәттән йәштәр өсөн тәғәйенләнгән.
— Проект өҫтөндә эшләй башлағанда күберәк йәштәрҙе йәлеп итергә, уларҙа үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға теләнек. Анкета тултырған кешеләр ҙә быға ынтылды. Шуға күрә был ысын мәғәнәһендә халыҡсан проект булды.
Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе фекеренсә, исемлеккә индерелгән фамилиялар араһында замандаштарыбыҙҙың да булыуы мөһим.
— Кешеләрҙең иҫән сағында ҡәҙерен белергә кәрәк, - тип иҫәпләй Альберт Мифтахов. – Проектты хуплап, Рөстәм Хәмитов та тап ошоға баҫым яһаны: барыһы ла аҡса менән үлсәнмәй. Әхлаҡи баһа, күрше-тирәнең ихтирамы кешеләр өсөн һәр саҡ хеҙмәткә, батырлыҡҡа, изгелеккә әйҙәүсе ҙур көс булып торҙо. Минеңсә, был проект анкета тултырыу менән генә тамамланмай. Ул инде анкеталарһыҙ, ирекмәндәрһеҙ көн һайын һәр ҡалала һәм ауылда дауам итергә тейеш. Лайыҡлы кешеләргә иғтибар һәм ихтирам менән ҡарарға, уларҙы уҡыусылар, йәштәр өсөн өлгө итеп ҡуйырға бурыслыбыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика