Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2013, 12:18

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына БР Йорт комитеттары союзы рәйесе яуап бирә

27 мартта «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында «Башҡортостан Республикаһының Йорт комитеттары союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Арсен Нурйәновтың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Арсен Нурйәновтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: