06:01 (UTC+5), 26 Марта 2013

Республикала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә хөкүмәт һәм ведомство наградалары тапшырылды

Ольга Мортазина
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһы үтте. Хөкүмәт наградаларын Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Ул Башҡортостан Президентының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
— Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө – дәүләт байрамы, - тине Лилиә Ғүмәрова. – Кешеләрҙең күңеле таҙараҡ, сафыраҡ, ә донъябыҙ яҡшыраҡ булһын өсөн күп эштәр башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлыҡтарын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ баһалап өйрәнмәгәнбеҙ әле. Әммә республикала, Рәсәйҙә был йәһәттән алға табан барабыҙ. Был залда булғандарҙың барыһы ла легендар кешеләр, - тип мөрәжәғәт итте вице-премьер наградланыусыларға. – Республика Президентының быйыл мәҙәниәт өлкәһендә булған проблемаларға, мәҙәниәтте, профессиональ сәнғәтте, халыҡ ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән мәсьәләләргә айырыуса баҫым яһауы ҡыуаныслы. Аныҡ бурыстар билдәләнде, уларҙы үтәргә генә ҡала.
РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева, Ишембай балалар сәнғәт мәктәбенең Маҡарҙағы филиалы мөдире Мәрйәм Солтанова, билдәле башҡорт ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдинов Салауат Юлаев ордены кавалерҙары булды.
Флорид Бүләковҡа - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәшит Хәбировҡа республиканың атҡаҙанған рәссамы исемдәре бирелде. Билдәле журналист Нина Жиленко «БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Ведомство наградаларын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.
Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән Өфө һәм Стәрлетамаҡ бейеүселәре, Салауат башҡорт драма театры директоры Нәйлә Сәфәрғолова наградланды.
Шулай уҡ наградаларға «Нур» театрының труппа мөдире Альмира Шәрәфетдинова, Мишкә һәм Балтас райондары китапханасылары, музей хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары лайыҡ булды. Тәбрикләнеүселәрҙе Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика