11:31 (UTC+5), 26 Март 2013

Республикала 23 мышы, 35 ҡабан һәм 3 ҡоралай браконьерҙар ҡорбаны булған

Галина Бахшиева
2013 йыл башынан алып Башҡортостанда законһыҙ рәүештә 23 мышы, 35 ҡабан һәм 3 ҡоралай атып алынған. Был ваҡыт эсендә республикала һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса йәмғеһе 132 осраҡ асыҡланған. Был хаҡта 26 мартта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығының дәүләт контроле бүлеге начальнигы Глеб Егоров хәбәр итте.
— Хоҡуҡ һаҡлау органдарына һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнгән 41 һунарсыға ҡарата материалдар йүнәлтелде. Нигеҙҙә, һүҙ законһыҙ рәүештә тояҡлы хайуандарға һунар итеү хаҡында бара, - тип хәбәр итте журналистарға Глеб Егоров.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 37500-ҙән ашыу кеше федераль өлгөләге һунарсы билеттары алған. Улар республика халҡының 0,8-0,9 процентын тәшкил итә. Һунарсыларҙың күпселеге ҙур ҡалаларҙа йәшәй.
— Башҡортостанда һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр күп түгел. Шуға күрә һунарсылыҡ биләмәләренә әлегә ҙур ауырлыҡ төшмәй, - тип билдәләне Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралыҡтың дәүләт контроле бүлеге начальнигы төбәктә һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарын артабан үҫтереү буйынса матбуғат конференцияһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика