15:46 (UTC+5), 25 Март 2013

Башҡортостан Президенты Белорет ҡалаһы активы менән территорияны артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

Галина Бахшиева
23 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһы һәм районы буйлап эш сәфәре барышында ҡала активы менән осрашты. Һүҙ Белоретта яңы производстволар төҙөү, туризм һәм социаль өлкәләрҙе үҫтереү тураһында барҙы.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала «алдағы ике-өс йылда ярайһы уҡ ҙур предприятиелар төҙөләсәк», улар иҫәбендә ағас эшкәртеү буйынса предприятиелар ҙа бар.
— «Башлеспром» менән «Кроношпан» предприятиелары берлектә дүрт миллион кубометрға яҡын ағас эшкәртәсәк. Шулай уҡ «Белсталь» исемле икенсе ҙур инвестиция проекты сиктәрендә Белоретта ҙур предприятие төҙөү планлаштырыла. Был проектҡа һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
Белорет районында туризм өлкәһен үҫтереү шулай уҡ мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Әлеге ваҡытта тергеҙеү эштәре алып барылған Морат тау саңғыһы үҙәге ҡаланың үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ.
— Үткән йылда Морат тау саңғыһы комплексы өҫтөндә эшләй башланыҡ. Белорет өсөн был мөһим объект булып тора. Һуңғы 15 йылда үҙәк эшмәкәрлеге яйлап һүрелә башлағайны. Тиҙ арала яһалма ҡар системаһын булдырыуға өлгәштек, ҡунаҡхана төҙөлөп бөттө. Алдағы ваҡытта ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 2013 йылда ике күтәргес төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ ике-өс яңы трасса булдырыласаҡ. Ҡунаҡханалар, ресторандар комплексын төҙөү өсөн инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, - тип һөйләне республика Президенты.
Стенограмманың тулы тексы менән Башҡортостан Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика