Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2013, 13:10
Республиканың йәш шағирҙарын «Мяуфест 4» фестивале көтә
Республиканың 16-35 йәштәрҙәге шағирҙары «Мяуфест 4» йәштәр шиғриәте фестивалендә ҡатнашыуға саҡырыла. Бәйге М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башланғысы менән ойошторола. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн almey@mail.ru электрон адресына заявка һәм шиғырҙар шәлкемен ебәрергә кәрәк.
Беренсе этап 30 мартта 16-19 сәғәттәрҙә БДПУ-ның 3-сө корпусында 401-се бүлмәлә үтә.
Юғарыу уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыусыларҙың сығыштары видеоға төшөрөләсәк һәм интернетта урынлаштырыласаҡ. Фестивалдә ситтән тороп ҡатнашырға ла мөмкин. Бының өсөн заявка менән бергә видеоматериал ебәреү мотлаҡ. Икенсе этапта фестиваль йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ презентацияһы үткәреләсәк һәм еңеүселәр тәбрикләнәсәк. Аҙаҡҡы этапта еңеүселәрҙең сығыштары көтөлә.
Быйыл шулай уҡ «Ҡунаҡсыллыҡ» номинацияһы иғлан ителде. Ул Өфө ресторандарының береһе менән берлектә үткәрелә. Еңеүселәргә ресторанға барыуға сертификаттар тапшырыласаҡ. Номинацила ҡатнашыу өсөн шиғырҙа «ҡунаҡтар», «ресторан», «көн һайын» һүҙҙәрен ҡулланыу шарт. Шиғри әҫәрҙәр 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Жюри составында – Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Пенза һәм Өфө ҡалаларының әҙәби берләшмәләре ағзалары.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
фестивалдәр
шиғриәт
юғары уҡыу йорттары
Читайте нас