Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2013, 19:10

Яңауылда ҡалдыҡтарҙан эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе асылды

Яңауылдың Йәш техниктар станцияһында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған экологик күргәҙмә асылды.
— Күргәҙмәлә балалар менән эшләнгән 250-гә яҡын әйбер тәҡдим ителә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: барлыҡ экспонаттар полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға, резина, быяла, бысҡы онтағы кеүек ҡалдыҡтарҙан эшләнгән, - тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Күргәҙмә аҙна аҙағынаса эшләйәсәк.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас