06:03 (UTC+5), 19 Март 2013

Стәрлетамаҡ йәштәренә эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк

Эльмира Сабирова
21 мартта Стәрлетамаҡтың Мәҙәниәт һарайында «Йәштәргә - эш!» республика йәштәр акцияһы үткәрелә. Программала даими һәм ваҡытлыса эш урындары йәрминкәһе, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш биреү буйынса белгестәрҙең консультациялары ҡаралған.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә акцияла ҡатнашыу өсөн ҡаланың 90 ҙур предприятиеһы заявка биргән. Улар иҫәбендә - «СОДА», «КАУСТИК», «Синтез-Каустик», «Красный пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Стәрлетамаҡ район-ара элемтә үҙәге, «Востокнефтезаводмонтаж» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Стәрлетамаҡ силикат изделиелар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Сарала 1,5 меңгә яҡын йәш белгестең ҡатнашыуы көтөлә.
Йәштәр өсөн бындай сара Стәрлетамаҡ хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге филиалы, ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге башланғысы менән ойошторола.
Акция 14-17 сәғәттәрҙә үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (3473) 24-22-95.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика