16:59 (UTC+5), 18 Марта 2013

Республика оҫталары «Ладья. Яҙғы фантазия-2013» күргәҙмәһендә ҡатнашты

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан оҫталары Мәскәүҙә «Рәсәйҙең халыҡ художество промыслалары» ассоциацияһы менән ойошторолған XIV «Ладья. Яҙғы фантазия-2013» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашты. Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең иң ҙур йәрминкәһендә Башҡортостан оҫталарының эштәрен бер стенд итеп «Мираҫ» хәйриә фонды тәҡдим итте.
Күргәҙмәлә Өфөлә эшләүсе һигеҙ оҫтаның 200-гә яҡын изделиеһы тәҡдим ителде. Айырыуса иғтибар экспозицияла кейеҙ изделиеларға бүленде.
– Беҙҙең стендта күлдәктәр, жакеттар, баш кейеме, аяҡ кейеме, биҙәүестәр, бейәләйҙәр тәҡдим ителде. Шулай уҡ ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар, яулыҡтар һәм башҡа изделиелар алып килдек, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Мираҫ» хәйриә фондының генераль директоры Илшат Иманғолов.
Бынан тыш, күргәҙмәлә фольклор коллективтары сығыш яһаны, һөнәрселәр үҙҙәренең белемен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Теләгән һәр кем төрлө изделиелар эшләп ҡараны. Балалар оҫталыҡ дәрестәрендә бушлай ҡатнашты.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика