06:21 (UTC+5), 18 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов Ишембайҙың 29-сы балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова
16 мартта, Ишембай районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә, Рөстәм Хәмитов капиталь ремонттан һуң асылған 29-сы «Аист» балалар баҡсаһында булды. Унда сәләмәт балалар менән бер рәттән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар ҙа тәрбиәләнә.
Ремонт эштәре бында сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - ни бары ярты йылда башҡарылған.
Бөгөнгө көндә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында дүрт төркөм эшләй, яҡын арала йәнә өс төркөм асылырға тейеш. Киләсәктә балалар баҡсаһына 220 сабый йөрөйәсәк, тип көтөлә.
«Аист» балалар баҡсаһында физкультура-сәләмәтләндереү сараларына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Учреждениела массаж, физиотерапия бүлмәләре, физкультура залы эшләй.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының йәнә бер үҙенсәлеге - «Йәш ата-әсәләр мәктәбе». Ул буласаҡ тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән. Психолог баланы яңы мөхиткә әҙерләү үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт менән таныштыра. Бынан тыш, балалар һәм ата-әсәләр өсөн ижади кисәләр ойошторола.
Президент ата-әсәләр менән аралашып, Ишембайҙың алдынғы ҡала булыуын, бында балалар баҡсаларына сираттың бәләкәй булыуын билдәләне. Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов учреждениеға музыкаль үҙәк бүләк итте.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика