Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2013, 12:54
Ишембайҙа яңы бала табыу йорто төҙөләсәк
Рөстәм Хәмитовтың Ишембай үҙәк район дауаханаһына эш сәфәре барышында ҡалала 60 урынға иҫәпләнгән бала табыу йортон төҙөү мәсьәләһе тикшерелде.
Ҡала яңы бала табыу йортона күптән мохтаж. Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән бала табыу йорто ныҡ иҫкергән. Шул уҡ ваҡытта Ишембайҙа тыуым артыуы күҙәтелә.
Президентҡа хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылда әлеге бала табыу йортонда 927 сабый донъяға килгән, ә ағымдағы йылдың ике айында 200 сабый тыуған.
— Бала табыу йорто төҙөлһә, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын, бала табыу бүлеген, интенсив терапия, хирургия бүлектәрен бер урынға туплап буласаҡ, - тине дауахананың баш табибы урынбаҫары Евгения Перова.
Әлеге ваҡытта проект документацияһы экспертиза үтә, бынан һуң финанслау күләме билдәле буласаҡ.
Иҫке бала табыу йорто торлаҡ итеп йыһазландырыласаҡ.
Автор:
Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
һаулыҡ һаҡлау
Читайте нас