Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2013, 12:12

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Виктор Шалыгин яуап бирә

13 мартта «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгиндың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Виктор Шалыгиндың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: