08:58 (UTC+5), 13 Марта 2013

Бала саҡтан I төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға пенсия күләмен 8704 һумға тиклем арттырыу планлаштырыла

Әлим Фәйезов
Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты беренсе уҡыуҙа бала саҡтан I төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға социаль пенсия күләмен арттырыу тураһындағы закон проектын ҡабул итергә тәҡдим итте. Был хаҡта көн элгәре комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Галина Карелова хәбәр итте.
Ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр, Президенттың етем балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса саралар тураһындағы указына ярашлы, РФ Хөкүмәте менән әҙерләнде, тип хәбәр итә ER.ru.
— Закон проекты бала саҡтан I төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға социаль пенсия күләмен айына 1,5 мең һумдан ашыуыраҡҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай итеп, ул 7253 һумдан 8704 һумға тиклем артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, әгәр закон ҡабул ителһә, пенсия күләме үткән көн менән, йәғни 2013 йылдың 1 ғинуарынан арттырыласаҡ. Бөгөнгө көндә бындай пенсияны 764 меңдән ашыу кеше ала. Әлеге саралар инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Әлбиттә, был йүнәлештәге эш артабан да дауам ителергә тейеш, - тип билдәләне Галина Карелова.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика