04:51 (UTC+5), 12 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Әсә һәм бала» перинаталь үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ҡатнашты

Эльмира Сабирова
Өфөлә «Әсә һәм бала» перинаталь үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Эш аҙнаһын мөһим ваҡиғанан башлайбыҙ – яңы заманса клиникаға нигеҙ ташы һалабыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә тыуым артыуы күҙәтелә. Үткән йылда Башҡортостанда 60 меңгә яҡын сабый тыуған. Бөгөн беҙ республикала демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Был властың төп маҡсаты булып тора. Һәм, әлбиттә, Өфөлә бындай заманса клиника асыу – бик ҡыуаныслы ваҡиға.
Яңы учреждение Октябрь районында, 21-се ҡала клиник дауаханаһы янында төҙөләсәк. Был ер участкаһы ҡала властары менән осраҡлы ғына һайланмаған. Бер нисә йыл элек бында перинаталь үҙәк төҙөү планлаштырылған булған, әммә аҡса булмау сәбәпле проект тормошҡа ашырылмаған. Яңы медицина үҙәге төҙөлөшөн Башҡортостан баш ҡалаһында 2015 йылға тамамлау планлаштырыла.
«Әсә һәм бала» компаниялар төркөмөнөң Директорҙар советы рәйесе Марк Курцер хәбәр итеүенсә, 95 урынға иҫәпләнгән перинаталь үҙәктә бала табыу йорто, гинекология бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн консультация биреү поликлиникаһы, балалар поликлиникаһы, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте һәм башҡа бүлексәләр урынлашасаҡ. Үҙәктең дөйөм майҙаны 32 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Әлеге проектҡа клиникалар селтәре менән идара итеүсе MD Medical Group (MDMG) компанияһы өс миллиард һумдан ашыу аҡса һалырға планлаштыра.
Яңы медицина учреждениеһында 1200 эш урыны булдырыласаҡ. Мәскәү белгестәренән тыш, бында Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар ҙа йәлеп ителәсәк. Үҙәктә йылына 15 мең кешегә квалификациялы стационар медицина ярҙамы күрһәтеү ҡарала.
«Әсә һәм бала» селтәренең бындай үҙәктәре әлеге ваҡытта Рәсәйҙең ике ҡалаһында ғына бар. Киләсәктә уларҙы Екатеринбург һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында асыу планлаштырыла.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика