09:40 (UTC+5), 07 Март 2013

Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге вәкилдәре билдәле политолог Сергей Кара-Мурза менән осрашты

Алик Шакиров
Мәскәүҙә, Башҡортостандың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференц-залында, билдәле политолог Сергей Кара-Мурза Башҡортостан студенттары менән осрашты. Осрашыу Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы менән ойошторолдо. Ассоциация ағзаһы Гүзәл Хәсәнова хәбәр итеүенсә, бындай саралар Башҡортостан яҡташтар берлегенең «Дискурс» интеллектуаль-дискуссия проекты сиктәрендә үткәрелә. Шулай итеп, республиканың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре Азат Бирҙин һәм Юлдаш Йосопов, тарих фәндәре докторы, БашДУ профессоры Булат Аҙнабаев менән осрашыуҙар ойошторолдо. Киләһе бындай сараны билдәле публицист Борис Кагарлицкий менән үткәреү планлаштырыла.
«Дискурс» проекты координаторы Азамат Лоҡманов хәбәр итеүенсә, проект маҡсаттары студенттар ассоциацияһының төп маҡсаты менән тап килә. Атап әйткәндә, проект студенттар араһында интеллектуаль мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота.
— Студент йылдарында булдырылған ышаныслы мөнәсәбәттәр киләсәктә команданың конструктив эшләүенә булышлыҡ итә. Бының өсөн интеллектуаль ихтыяжға нигеҙләнгән коммуникация майҙанын булдырырға тырышабыҙ. Тап бөгөнгө студенттар 15-20 йылдан республиканы үҫтереү йүнәлештәрен билдәләйәсәк. Ә система уртаҡ маҡсаттар билдәләү һәм үҙ-ара килешеп эш итеү шарттарында ғына һөҙөмтәле эшләй. Быны беҙ командала эшләү тип атайбыҙ, - тине Азамат Лоҡманов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика