05:10 (UTC+5), 04 Марта 2013

Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары менән хушлашты

Дмитрий Слезин
Башҡортостан баш ҡалаһында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары тамамланды. Уйындарҙы ябыу тантанаһы Спорт һарайында үтте.
Сараны «Мираҫ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары асты. Артабан Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Тортен Раш һүҙ тотто.
— Бер нисә көн эсендә иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте Раш әфәнде ярыштарҙа ҡатнашыусыларға. – Уйындарҙа һеҙҙең юғары кимәлгә шаһит булдыҡ. Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән был Уйындар өсөн ҡатнашыусыларға һәм Ойоштороу комитетына, шулай уҡ йылы ҡабул иткәне өсөн Өфөгә рәхмәт белдерәм.
Рәхмәт йөҙөнән Торстен Раш Өфө мэры Ирек Ялаловҡа гәлсәр глобус тапшырҙы.
Ирек Ялалов, үҙ сиратында, Өфөнө спорт һәм дуҫлыҡ фестивален үткәреү урыны итеп һайлағандары өсөн рәхмәт әйтте һәм ярыштарҙа дуҫлыҡ еңеүен билдәләне.
Бынан һуң Өфө Уйындар флагын Канаданың Виндзора ҡалаһына тапшырҙы. 2013 йылдың авгусында унда йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк.
Тантаналы сарала күп илдәрҙең мәктәп уҡыусыларын берләштергән акцияла – «Ҙур Уйын»да ҡатнашыусылар ҙа бүләкләнде. Уларҙы Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит сәләмләне.
Спорт байрамы салют һәм йәштәр дискотекаһы менән тамамланды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика