07:07 (UTC+5), 02 Марта 2013

Күмертауҙа иң яҡшы уҡытыусы һәм тәрбиәсе билдәләнде

Людмила Терновая
Күмертауҙа «Йыл уҡытыусыһы-2013», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2013», «Йыл тәрбиәсеһе-2013» һөнәри оҫталыҡ конкурстары үтте, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Конкурс өс турҙа үткәрелде. Беренсе турҙа уҡытыусылар Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм Күмертау ҡалаһына 60 йыл тулыуға арналған класс сәғәттәре һәм асыҡ дәрестәр күрһәтте.
Икенсе этапта жюри ағзаларына оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Аҙаҡҡы һынауҙа уҡытыусылар «Минең ҡала, минең мәктәп, минең һөнәр» темаһына презентациялар һәм «Ижад ит! Уйлап сығар! Эшләп ҡара!» исемле күргәҙмәләр тәҡдим итте.
Шлай уҡ конкурс барышында смс-тауыш биреү ойошторолдо.
Һөҙөмтәлә түбәндәге ҡатнашыусылар еңеүсе тип табылды:
«Йыл уҡытыусыһы-2013» - 3-сө урта мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Наталья Суслова;
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2013» - 9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнәүәрә Мырҙағолова;
«Йыл тәрбиәсеһе-2013» - 30-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ольга Качанова.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премиялар менән наградланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика